Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

«Башҡортостан һылыуы» конкурсында еңеүсе иғлан ителде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Башҡортостан һылыуы» II республика матурлыҡ конкурсында еңеүсе иғлан ителде. Ул – Баймаҡ ҡалаһынан 19 йәшлек Раушания Исҡужина.

Ҡыҙға бүләк итеп таж, көнкүреш техникаһы, косметика менән тулы кәрзин һәм ювелир салонынан биҙәүестәр тапшырҙылар, тип хәбәр ителә конкурстың рәсми төркөмөндә. Һылыу ҡыҙҙың буйы һыны: 167 сантиметр, 87-64-94.

«Был минең тәүге еңеүем, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Раушания Исҡужина. — Мин Өфө нефть техник университетында өсөнсө курста уҡыйым. Бала саҡтан халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнәм. Киләсәктә республикам өсөн яҡшы белгес һәм файҙалы кеше булырға теләйем».

Конкурстың финалы Башҡорт драма театрында үтте. Башҡортостандың баш ҡалаһына республиканан: Нефтекаманан, Ишембайҙан, Сибайҙан, Баймаҡтан, Дүртөйлөнән иң матур ҡыҙҙар килде. Һылыуҡайҙар лимузин-party, «Баланы мәктәпкә йыяйыҡ» хәйриә акцияһында ҡатнашты. Уҡыу өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары менән рюкзактар республика балалар йорттарына ебәреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть