Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә «Урал мираҫы» йәштәр этнофорумы үтте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда «Урал мираҫы» милләт-ара йәштәр мәғариф форумы үтте. Уҙған көндәрҙә Иглин районында уны тантаналы рәүештә асыу булды.

«Форумдың милләт-ара статусын алыуына шатмын. Ҡатнашыусылар өсөн был теләһе ҡайһы уңышлы кеше өсөн кәрәкле ҙур белем һәм оҫталыҡ алыу мөмкинлеге», — тип билдәләне форумдың ойоштороусыһы Даян Солтағужин.

Сара сиктәрендә лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, команда эшен булдырыуға тренингтар, социаль проектлау буйынса дәрестәр, республика һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге фән, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары менән осрашыуҙар, спорт һәм күңел асыу саралары уҙҙы. Ҡатнашыусылар үҙ командаларында милләт-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, туризм өлкәһендә ҡыҙыҡ проекттар әҙерләне. Йәштәр нисек дөрөҫ итеп проекттар эшләргә, ҡайҙан финанслау алырға һәм ниндәй форум майҙансыҡтары гранттар уйнатҡанын өйрәнде.

Башҡорт тирмәһе менән бер рәттән ҡатнашыусылар өсөн урыҫ, татар, сыуаш, мари, белорус һәм башҡа мәҙәниәттәр сатырҙары асылғайны. Уларҙа ошо халыҡтарҙың матди мәҙәниәте менән танышырға ғына түгел, милли аш-һыуҙан ауыҙ итергә лә мөмкин булды. Шулай уҡ аттарҙа йөрөү һәм уҡтан атыу мөмкинлеге булды. Концерт программаһында Айназ Низаметдинов, «Ҡурайсы» төркөмө менән Роберт Юлдашев һәм «Guzal-dance» бейеү коллективы сығыш яһаны.

«Урал мираҫы» форумы үҙенең энергетикаһы, тыңларға һәм һөйләргә генә түгел, эшләргә, үҙгәртергә, йәшәү сифатын күтәрергә, яңы проекттарға әҙер йәштәрҙең күтәренке кәйефе һоҡландыра. Был теләһе үҙгәрештәрҙең төп нигеҙе була алған илебеҙҙең стратегик резервы», — тип һөйләй иҡтисад һәм идара итеү өлкәһендәге консультант Дмитрий Занин.

Форумдың ойоштороусыһы – Йәштәр сәйәсәте министрлығы булышлығында Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы. Форум өсөнсөгә уҙғарылды. Быйыл ул «Клязьмала мәғәнәләр биләмәһе» федераль форумында отоп алынған грантҡа ойошторолдо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть