Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала иң «уңышлы» райондар аталды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Әлеге ваҡытта уңыш буйынса алдынғылар рәтендә – республиканың Саҡмағош (гектарынан 37 центнер), Стәрлетамаҡ (34,5) һәм Мәләүез (31) райондары. Ошондай мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов килтерҙе.

Стәрлетамаҡ районы буйлап эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе «Рощинский» совхозы һәм «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарында булды. Рөстәм Хәмитов урып йыйыу, мал аҙығын әҙерләү һәм ужым культураларын сәсеүгә әҙерлек эштәренең барышы менән ҡыҙыҡһынды.

«Кәйефтәр күтәренке, уңыш тигеҙ, ә иң мөһиме – эшләргә теләк бар», — тип аңлатма бирҙе ауыл хужалығы эштәренә Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рөстәм Баһаүетдинов.

Республиканың ауыл хужалығы министры һүҙҙәренсә, уңыш быйыл һәйбәт һәм уны йыйыу өсөн һауа торошо ла яҡшы тора.

«Уңыш йыйыу буйынса әүҙем фазаға индек, булған комбайндар тәүлегенә 60 мең гектарҙан йыйырға мөмкинлек бирә, әммә әлегә 42-45 мең гектарҙан алабыҙ, — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. – Быйыл ужым культураларын 600 мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү күҙалланған. 150 мең гектарға орлоҡтар күсеүсе орлоҡ фондында бар, ҡалғаны яңы уңыштан алынасаҡ. Бөгөн беҙҙең иген һаҡлағыстарына 550 мең тоннанан ашыу иген һалынған».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть