Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда үҙенсәлекле парк асылды: унда вертолет штурвалы артында ултырырға мөмкин

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Күмертау ҡалаһында республикала тәүге «Вертолет» авиация техникаһы паркы асылды. Парктың «Рәсәй вертолеттары» холдингының Күмертау авиация етештереү предприятиеһы заводы биләмәһендә урынлашыуына ҡарамаҫтан, унда ирекле инергә мөмкин. Әлегә музей-паркта биш экспонат – өс Ка-26 вертолеты, Як-40 самолеты һәм хатта пилотһыҙ Ту-141 бар, һуңғыһы етди серлелек нигеҙендә шулай уҡ Күмертауҙа сығырылған. Парктағы булған бөтә техниканы тотоп ҡарарға, шулай уҡ легендар вертолеттар һәм самолеттар штурвалы артында ултырып алырға мөмкин. Паркты асыу тантанаһы Күмертау ҡалаһы көнөн, «Күмертау авиация етештереү предприятиеһы» акционерҙар йәмғиәтенең 55 йыллығын һәм Рәсәй Һауа флоты көнөн билдәләү менән тап килде.

«Беҙ бөгөн ошо иҫ киткес авиация паркын асабыҙ. Был парк – тәү сиратта балаларыбыҙ һәм йәштәребеҙ өсөн. Техник юғары уҡыу йорттарыбыҙҙа авиация һәм вертолет эшенә яңы уҡырға теләүселәр барлыҡҡа килер тип уйлайым. Бөгөн беҙгә бик ныҡ инженерҙар – ошондай техника төрҙәрен проектлай һәм эшләй алған квалификациялы, етди кешеләр кәрәк», — тине паркты асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов.

Ҡала булдырыусы предприятиеһындағы эштәрҙең торошо оптимизм уята, тип билдәләне республика Башлығы заводсыларҙы һәм ҡала халҡын байрам менән ҡотлап.

«Биш йыл элек, 50 йыллығын билдәләгәндә беҙҙең кәйеф яҡшыларҙан булманы, сөнки завод тулы ҡеүәттә эшләмәй, ҙур бурыстар, проблемалар бар ине, — тип хәтергә төшөрҙө Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн, биш йыл үткәс, беҙ киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ һәм заводтың яңыса эшләп килеүен аңлайбыҙ. Иртәгәге көнгә ҙур ышаныс менән ҡарарға мөмкинлек биргән һәйбәт етештереү программаһы, эш урындары, перспективалар бар. «Рәсәй вертолеттары» концерны, предприятие етәкселеге менән хәл насараймаһын, ә тағы ла яҡшыраҡ булһын өсөн даими рәүештә эшләйбеҙ».

«Күмертау авиация етештереү предприятиеһы» идара итеүсе директоры Юрий Пустовгаровтың һүҙҙәренсә, 2017 йылдың 1 ғинуарынан предприятиела эш хаҡы 26 процентҡа артты – ул Рөстәм Хәмитовтың «Рәсәй вертолеттары» холдингы етәкселеге менән осрашыуынан һуң булды.

«Был ҡарарҙың дауамы бар: 1 сентябрҙән бөтә инженер-техник хеҙмәткәрҙәргә һәм эшселәргә 21 процентҡа эш хаҡын арттырабыҙ, — тип өҫтәне Юрий Пустовгаров. — Шулай итеп, 20 йыл эсендә тәүге тапҡыр ошондай ҙур аҙым яһайбыҙ һәм унда ғына туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ».

Паркты асыу тантанаһында Күмертау заводы ветерандары ла ҡатнашты. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре менән республика Башлығы шәхсән рәүештә аралашты. Мәҫәлән: ҡаланың почетлы гражданы Нәүғәт Тереғолов менән. Үҙенең абруйлы – 87 йәшенә ҡарамаҫтан — инженер һәм уйлап табыусы әле лә 35 йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан предприятие мәнфәғәтендә хеҙмәт итә. Нәүғәт Тереғолов заводсыларға вертолеттар етештереүҙә һәм файҙаланыуҙа килеп тыуған техник һәм теоретик мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть