Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда дин тотоусыларға 111 йыл элек төҙөлгән яңыртылған мәсет ҡайтарып бирелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Мәсетле районының Ҡотош ауылында яңыртылған мәсетте асыу тантанаһы үтте. Был сарала район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар ҡатнашты.

Аҡһаҡалдарҙың һүҙҙәренсә, Ҡотош ауылында мәсет 111 йыл элек төҙөлгән. Әммә Совет заманы үҙгәрештәр индергән– ауыл халҡын мосолман байрамдарын билдәләү, бөтә ҡанундар һәм йолалар буйынса ғөрөф-ғәҙәттәрҙе уҙғарыу мөмкинлегенән мәхрүм иткән.

Тик 1992 йылда иҫке мәсет бинаһы дин тотоусыларға ҡайтарылған. 1930 йылда ябылған мәсет үҙенең бөтә совет «тормошонда» яҡташтары мәнфәғәтендә эшләгән – бында мәктәп интернаты, балалар баҡсаһы урынлашҡан. Әммә уҙған ваҡыт эсендә бина ныҡ иҫкергән. 2015 йылда яңыртыу эштәре башланды.

Изге башланғысты ауыл халҡы һәм унда тыуып, йәшәп киткәндәр дәррәү хуплап сыҡты – кешеләр төрлөсә ярҙам күрһәтте. Һөҙөмтәлә ике йылда бина тулыһынса төҙөкләндерелде һәм икенсе һулыш алды.

«Ислам нуры» мәсетен бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күтәрҙек. Бында Ҡотош һәм Ләмәҙтамаҡ ауылы халҡының тырышлығы ҙур», — тип билдәләне ауыл старостаһы Әхмәтнур Хафизов.

«Был урын үҫеп-килгән быуын өсөн белем усағына әйләнһен. Яңыртылған мәсет ауыл халҡы өсөн бөтә башланғыстарҙа ла рухи урын булыр тип ышанабыҙ», — тине район имам-мөхтәсибе Азамат хәҙрәт. Ул мәсетте тергеҙеүгә тос өлөш индергән Ләмәҙтамаҡ ауылы биләмәһе халҡына Республика мосолмандары диниә назараты исеменән Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин ауыл халҡын ошо мөһим ваҡиға менән ҡотланы һәм бында ғибәҙәт ҡылырҙар, төрлө дини байрамдар уҙғарырҙар, мәсет кешеләрҙе берләштереүгә, динде һәм йолаларҙы тергеҙеүгә, әхлаҡи нигеҙҙәрҙе тәрбиәләүгә тәьҫир итер, тигән ышанысын белдерҙе, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.

Теги: дин,мәсет
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть