Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан аграрийҙары урып йыйыу эшенең тиҙлеген арттыра

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда урып йыйыу эштәренең тиҙлеге арта. Төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар 32,5 мең гектарҙан йыйып алынған.

Шул уҡ ваҡытта Благовар, Көйөргәҙе, Стәрлетамаҡ һәм Хәйбулла районы игенселәре бер юлы 1,5-2 мең гектарға үҙ күрһәткестәрен яҡшыртҡан.

Бөгөнгө көнгә, төбәктә бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар 179 мең гектарҙа сабылған, ул пландың 10 процентын тәшкил итә. 115 мең гектарҙа һуғылған йәғни майҙандарҙың 6 проценты.

Һәр гектарҙан 23,2 центнер уңыш алғанда республикала 266 мең тонна иген һуғып алынған, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть