Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Любовь Ельцова менән осрашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Любовь Ельцова менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һәм республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашты. Эш хаҡы һәм халыҡҡа социаль ярҙам итеү мәсьәләләре тикшерелде.

— Дөйөм алғанда, социаль һорауҙар менән шөғөлләнеүсе беҙҙең министрлыҡ һәм система ышаныслы, тотороҡло эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәү сиратта иҡтисади сәбәптәр буйынса кешеләргә ярҙам күрһәтеү күләмдәрен арттырырға кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Эш хаҡы, аҡсалата табыш, яҡлауға мохтаж ҡатламдарға ярҙам итеү йәһәтенән һәм башҡалар буйынса әүҙем эш алып барабыҙ.

Республика етәксеһе халыҡты социаль хеҙмәтләндереү менән бәйле аутсорсингҡа күсереү һорауҙары буйынса уңышлы эксперимент хаҡында һөйләне. Бөгөн был йүнәлеш буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында лидер.

— Рәсәй Федерацияһы Президенты указдарында ҡаралған маҡсатлы хеҙмәткәрҙәр категорияларына эш хаҡын түләү буйынса графикка ярашлы барабыҙ. Бер нисә йүнәлеш буйынса беҙҙең дә етешһеҙ яҡтар бар. Атап әйткәндә, ул фән хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ әлегә күбеһенсә федераль тәғәйенләнештә булған ғилми учреждение етәкселектәре менән килешеү таба алмайбыҙ, беҙҙең тәьҫир унда ҙур түгел. Шуға ғилми хеҙмәткәрҙәр буйынса контроль күрһәткестәргә өлгәшмәү хәүефе бар. Әлбиттә, беҙ бының менән эшләргә тейеш.

— Ысынлап та, һеҙ ҡуҙғатҡан ғилми учреждениелар тураһында мәсьәлә федераль тәғәйенләнештә. Хәҙер киләһе йылға бюджет формалаштырылған, тәҡдимдәр проекты әҙерләнгән. Хеҙмәт министрлығы ошо эштең координаторы булып тора. Республикаға күҙ алдына килтереү өсөн ниндәй аҡса күләме бүленәсәге тураһында мәғлүмәт бирә алырбыҙ тип уйлайым, – тип хәбәр итте Любовь Ельцова.

Министр урынбаҫары республикала эш хаҡы буйынса бурыс мәсьәләһенең Рәсәй төбәктәре араһында уңышлыраҡ булыуын билдәләне.

— Статистикаға ингән банкрот предприятиелар буйынса бурыс барлығын аңлайбыҙ, әлбиттә. Был һандарҙы беләбеҙ, улар бер төркөм йүнәлеш буйынса күңелле түгел. Бөгөн коллегалар менән осрашасаҡбыҙ, эш хаҡы буйынса бурыс мәсьәләләрен тикшерәсәкбеҙ. Был беҙҙең өсөн бик етди осор, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Был йәһәттән эш хаҡын түләмәүселәргә баҫымды кәметмәйәсәкбеҙ, киреһенсә, арттырасаҡбыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть