Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала ғаилә һорауҙары менән Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы шөғөлләнәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда ғаилә сәйәсәте һорауҙары менән республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы шөғөлләнәсәк. Был турала төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Любовь Ельцова менән осрашыуҙа белдерҙе.

— Беҙ бөгөн Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ғаилә һорауҙары менән шөғөлләнәсәген билдәләнек. Уны нисек һәм ҡасан эшләү, министрлыҡтың ниндәй өҫтәмә функциялары барлыҡҡа киләсәген асыҡланыҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Был да глобаль социаль мәсьәлә, сөнки ошо тармаҡта ныҡ ҡына эшләп еткермәйбеҙ. Күп кенә ведомстволар ғаилә мөнәсәбәттәре, беҙҙең йәмәғәт организмының төп күҙәнәк тотороҡлоғо һорауҙары менән шөғөлләнә, ә һөҙөмтәләр яҡшыларҙан түгел. Бындай эшмәкәрлекте Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы көйләйәсәк, тип уйлайбыҙ. Ошо министрлыҡ эсендә идаралыҡ ойоштороласаҡ. Яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшербеҙ тип ышанам. Тағы ла күберәк малайҙар һәм ҡыҙҙар тыуһын ине. Унан да бигерәк демографик түбәнәйеү һәм демографик соҡор шарттарында ниндәйҙер әһәмиәтлерәк нәмә эшләргә кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала тәүге тапҡыр ғаилә һорауҙары буйынса махсус ведомство ойоштороу идеяһын Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан белдерҙе, ә июнь айында Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә арналған тантаналы йыйылышта төбәк Хөкүмәтенә Башҡортостанда ғаилә хеҙмәтен ойоштороуға тотонорға ҡушты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть