Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.27 ↓

EUR 69.66 ↑

21 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Рәсәйҙең иң яҡшы умартасыһын һайланылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы умартасыһын һайланылар.

«Һөнәре буйынса иң яҡшы» I бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы умартасы» номинацияһында Башҡортостандан 100 балдан 98 мәрәй йыйған Ишембай районынан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Илгиз Шәнгәрев еңде. Уның бөтәһе 300-ҙән ашыу бал ҡорто ғаиләһе, солоҡ күсе иҫәпләнә, балауыҙ етештереү буйынса цехы һәм умартасылыҡ инвентары магазины бар.

Дағстан Республикаһынан Абдусамат Магомедов еңеүсенән ни бары бер балға артта ҡалған.

Өсөнсө урында – 83 балл йыйған Адыгея Республикаһынан Олег Кубиков.

Төп бүләк – 300 мең һум. Икенсе урын яулаусы – 200 мең һум, өсөнсө 100 мең һум алды.

«Иң яҡшы умартасы» номинацияһында Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы быйыл тәүгә үтте. Ул 2021 йылда «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар ассоциациялары федерацияһының Умартасылыҡ буйынса конгресын уҙғарыуға Башҡортостандың баш ҡалаһын тәҡдим итеү буйынса Рәсәйҙең ғариза кампанияһы сиктәрендәге төп сараларҙың береһе булараҡ уҙғарылды.

Илдең иң яҡшы умартасыһы исеменә 19 төбәк вәкилдәре көрәште. Улар араһында – Адыгея, Дағстан, Ҡырым, Мари Иле, Татарстан, Алтай крайы, Байкал аръяғы, Пермь крайы, Калининград, Мәскәү, Новгород, Ырымбур, Ульяновск, Пенза, Тула өлкәләре һәм башҡа төбәк умартасылары. Улар бөтәһе лә – төбәктәрҙә уҙғарылған һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть