Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Мәскәү дәүләт университеты студенттары Шүлгәнташ мәмерйәһендә яңы һүрәттәр тапҡан

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының тарих факультеты студенттары Башҡортостан (Шүлгәнташ) һәм Силәбе өлкәһе (Игнатьев) мәмерйәләрендә палеолит осорона ҡараған һүрәттәрҙең фрагменттарын тапҡан. Мәскәү дәүләт университетының археология кафедраһы доценты, тарихи фәндәр кандидаты Владислав Житенев етәкселегендә экспедиция һөҙөмтәләре «Ғилми Рәсәй» порталында баҫылған.

«Мәмерйә диуарҙарында яңы художество тәжрибәләренең эҙҙәрен асыу быйылғы эш һөҙөмтәләренең береһе булды, — тип һөйләй Шүлгәнташ мәмерйәһендәге эш һөҙөмтәһе тураһында Владислав Житенев. — Шул иҫәптән алдан һүрәттәр йәки уларҙың фрагменттары теркәлмәгән урындарҙа».

Студенттар тапҡан һүрәттәр һыҙаттарҙан, бармаҡ эҙҙәренән йәки устың аҫҡы өлөшөнән тора. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер рәсемдәрҙә тәүге һүрәттәр юрый юйылған, улар буйынса хайуандарҙың һындары һәм билдәләр төшөрөлгән.

Мәмерйәләге байтаҡ һүрәттәр – ул билдәһеҙ ҡыҙыл пигмент таптары, йыш ҡына улар йыуылған һындар, юйылған һүрәттәрҙең ҡалған өлөштәре, өлөшләтә палеолит осорондағы һынлы сәнғәт эшмәкәрлегенең эҙҙәре. Улар йөнлө мөгөҙморон, бизон, ат һәм мамонттарҙың һүрәттәре менән тап килә. Мәмерйәлә кеше һәм хайуан һыҙатлы балыҡ һәм йәнлек һындары ла бар.

Теги: Шүлгәнташ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть