Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала бөгөн мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм финанс эшмәкәрлеге өлкәһендә вкансиялар йәрминкәһе үтә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөлә бөгөн һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәттәр күрһәтеү, мәғариф һәм финанс эшмәкәрлеге өлкәһендәге предприятиелар өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтә.

Тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә – төрлө квалификациялы табиптар һәм шәфҡәт туташтары, администратор, страховкалау буйынса агент, менеджер, санитар, бухгалтер, дауалау физкультураһы буйынса инструктор, педагог, слесарь-сантехник һәм электромонтер.

Йәрминкәгә килеүселәргә ғәҙәттәгесә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеләсәк. Улар араһында — хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт биреү, психолог кәңәше, һөнәри йүнәлеш буйынса компьютер диагностикаһы, консультациялар.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.

Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты: Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть