Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләре өсөн «ҡыҙыу линия» асыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Өфөлә беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләре өсөн «ҡыҙыу линия» 23 августа көндөҙгө сәғәт 2-нән 5-кә тиклем эшләй. Ата-әсәләр өсөн консультацияларҙың инициаторы – Өфө хакимиәтенең Йәштәрҙең эштәре буйынса комитеты һәм «ИНДИГО» ҡала психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге.

Белгестәр ауыр тормош хәлендәге ғаиләләргә социаль ярҙам саралары, балаларҙың мәктәпкә яраҡлашыу психологик үҙенсәлектәре һәм уҡыуҙағы ҡатмарлыҡтарҙы еңеп сығыу тураһында һөйләйәсәк.

Һорауҙарға тәжрибәле уҡытыусылар һәм психологтар яуап бирәсәк.

«Ҡыҙыу линия» телефоны: (347) 223-22-11. Шылтыратыу бушлай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть