Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Иң яҡшы умартасы» һөнәри оҫталыҡ конкурсында булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә барған «Иң яҡшы умартасы» номинацияһында «Һөнәре буйынса иң яҡшы» бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ конкурсының федераль этабында булды.

Умартасыларҙың ярышы 2021 йылда «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар ассоциациялары федерацияһының умартасылыҡ буйынса XLVII Конгресын уҙғарыуҙа Башҡортостандың баш ҡалаһын тәҡдим итеү буйынса Рәсәй Федерацияһының ғариза кампанияһы сиктәрендәге төп сараларҙың береһе булараҡ тәүгә уҙғарыла. Илдең иң яҡшы умартасыһы исеменә 19 төбәк вәкилдәре – төбәктәрҙә уҙғарылған һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре көрәшә. Башҡортостан Республикаһы исеменән Ишембай районынан Илгиз Шәнгәрәев сығыш яһай.

Конкурс ике өлөштән тора. Теоретик эш барышында умартасыларға биология һәм бал ҡорто күсен ҡарау, бал ҡорттарын үрсетеү һәм аталандырыу алымдары, тоҡомсолоҡ эше, үрсетеү өсөн күс һайлау, бал ҡорттарының ауырыуҙары һәм зыян килтереүселәре менән бәйле 30 тест һорауына яуап бирергә кәрәк. Конкурстың практик өлөшөнә бал ҡорттарының ауырыуҙары, бал ҡорто күстәрен ҡарау һәм үрсетеү технологиялары, умартасылыҡта көҙгө эштәр кеүек йүнәлештәр буйынса дүрт эш инә. Конкурста ҡатнашыусыларҙың эш һөҙөмтәләрен эксперт төркөмө белгестәре баһалай.

Республика Башлығы «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар ассоциациялары федерацияһы президенты Филип МакКейб етәкселегендәге делегация ағзалары менән бергә ярыштарҙа булды, конкурста ҡатнашыусылар менән аралашты һәм уларға уңыштар теләне, еңеүселәрҙе ҙур ғына аҡсалата бүләк көтөүен билдәләне.

— Беҙ хәҙер 2021 йылда бында, республикабыҙҙа бөтә донъя умартасылар форумын уҙғарыу өсөн көрәшәбеҙ. Был идеяны хупларһығыҙ тип ышанам. Еңә алһаҡ, барығыҙҙы ла ошо сарала ҡатнашырға саҡырам, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бында ғәйәт ҙур күргәҙмә буласаҡ, донъяның 100-ҙән ашыу иле киләсәк. Беҙгә Рәсәйҙе үҙенең бөтә матурлығында күрһәтергә кәрәк. Бөтә төбәктәр ҙә ҡатнашырға тейеш буласаҡ. Беҙҙең өсөн янып-көйөгөҙ!

Төбәк етәксеһе шулай уҡ байтаҡ умартасылыҡ продукцияһы тәҡдим ителгән «Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге» йәрминкәһендә, бер үк ваҡытта барған республика солоҡсолар, йәш умартасылар, умартасылар нәҫеле, умартасы ҡатын-ҡыҙ конкурстарында булды. Рөстәм Хәмитов ярышта ҡатнашыусылар һәм фән вәкилдәре менән аралашты, атап әйткәндә, бал ҡорто ғаиләләренең иҫәбен арттырыу перспективаларын һәм технологияларын тикшерҙе.

Төп умартасылыҡ күһәткестәре комплексы – ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге, бал ҡорто күсенең иҫәбе, тауар балын етештереү, умартасылыҡ продукцияларын эшкәртеү буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында беренсе урынды биләй.

2016 йылдың йомғаҡтары буйынса республикала бөтә хужалыҡ категорияларында 355 мең бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнгән. Йыл һайын уртаса 5-6 мең тонна тауар балы етештерелә. Башҡортостандың Рәсәйҙә тауар балын етештереүгә индергән өлөшө – 7,7 процент, Волга буйы федераль округында – 23 процент. Йыл һайын республиканан ситкә 1,5 мең тонна самаһы бал һатыла, шул иҫәптән сит илгә экспортҡа 400 тонналап китә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть