Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында көмөш призер Данил Лысенко Өфөгә ҡайтты

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/.

Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты триумфаторы, бейеклеккә һикереүҙә көмөш миҙал яулаусы Данил Лысенко бөгөн төндә Өфөгә ҡайтты. Өфө аэропортында донъя вице-чемпионын Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ижади төркөмө ҡаршы алды.

Данилдың әсәһе Ирина улы өсөн нисек янып-көйгәне хаҡында һөйләне: «Бөтә ғаилә, туғандар, дуҫтар, ҡала – бөтәһе лә уның өсөн ҡайғырҙы, барыһы ла ҡотлай. Тренерҙарыбыҙға – Николай Михайлович Ковальский һәм Евгений Петрович Загорулькоға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Уларҙың тырышлығы менән был еңеү булды».

Николай Ковальский ҙа тәьҫораттары менән уртаҡлашты: «2012 йылда Рөстәм Хәмитов менән осраштыҡ, яңы япма тураһында һорау күтәрҙек. Шул ваҡытта Усманов үҫмерҙәр араһында донъя чемпионатында икенсе булды, шунан сығып заманса япма эшләтеү үтенесе менән мөрәжәғәт иттек. Республика Башлығы был мәсьәләне хәл итте. Беҙҙең шарттар яҡшырҙы һәм һөҙөмтәләр ҙә, моғайын, Данилдыҡы ла шуға күрәлер».

«Ауыр булды, әлбиттә, әммә миңә йәрәхәт ныҡ түгел, һикерергә була, ләкин ауыртасаҡ тинеләр. Һикерергә тура килде. Ауырта ине, әммә түҙҙем. Был минең өсөн өлкәндәр кимәлендә етди башланғыс. Барыһы ла уңышлы. Мин бик бәхетле», – тип һөйләне Данил Лысенко.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть