Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов бейеү студияһын үҫтереү өсөн Өфөлә майҙансыҡ табырға ҡушты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика хөкүмәтенә «E-Dance Studio» бейеү студияһын үҫтереү өсөн майҙансыҡ табырға ҡушты. Граждандарҙы ҡабул итеү сиктәрендә республика Башлығы «Бейеү сәнғәте лидерҙары ассоциацияһы» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Артем Боев менән осрашты.

Студия Өфөлә бер нисә бинаны ҡуртымға алған, әммә үҫешер өсөн уға майҙансыҡ кәрәк. Ул киләсәктә төрлө бейеү йүнәлештәре менән шөғөлләнергә теләүселәрҙе, ижади йәштәрҙе йәлеп итә аласаҡ. Проект командаһы тулыһынса майҙансыҡты йыһазландырыуға һәм йүнәлеште үҫтереүгә инвестициялар йәлеп итергә әҙер.

Проектҡа нигеҙ һалыусы Артем Боев «E-Dance Studio» эше менән таныштырҙы. Студияла заманса хореографияға өйрәнәләр. Унда йөрөүселәр төрлө сараларҙа, шул иҫәптән Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм илебеҙҙең башҡа ҡалаларында уҙғарылған Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнаша.

«Был һеҙҙең бизнес, бер үк ваҡытта ижтимағи йөкләнеш тә», — тине Рөстәм Хәмитов. Яңы ижади проекттар йыш ҡына ярашлы бина таба алмау сәбәпле республика Башлығы студияны урынлаштырыу өсөн яйлы варианттар табырға йөкләмә бирҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть