Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Иң яҡшы умартасы» беренсе асыҡ бөтә Рәсәй конкурсы асылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөлә «Иң яҡшы умартасы» номинацияһында беренсе бөтә Рәсәй конкурсы асылды. Ул 2021 йылда «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар ассоциациялары федерацияһының Умартасылыҡ буйынса конгресын уҙғарыуға Башҡортостандың баш ҡалаһын тәҡдим итеү буйынса Рәсәйҙең ғариза кампанияһы сиктәрендәге төп сараларҙың береһе булараҡ уҙғарыла.

Илдең иң яҡшы умартасыһы исеменә 19 төбәк вәкилдәре көрәшә. Улар араһында – Адыгея, Дағстан, Ҡырым, Мари Иле, Татарстан, Алтай крайы, Байкал аръяғы, Пермь крайы, Калининград, Мәскәү, Новгород, Ырымбур, Ульяновск, Пенза, Тула өлкәләре һәм башҡа төбәк умартасылары. Улар бөтәһе лә – төбәктәрҙә уҙғарылған һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре.

Башҡортостан Республикаһы исеменән Ишембай районынан Илгиз Шәнгәрәев сығыш яһай.

Конкурс еңеүселәрен бөгөн кисен иғлан итәләр.

Төп бүләк – 300 мең һум. Икенсе урын яулаусы – 200 мең һум, өсөнсө 100 мең һум аласаҡ. Өфөлә бөгөн кискеһен еңеүсегә дипломды Рәсәй хеҙмәт министры урынбаҫары Любовь Ельцова тапшырасаҡ.

«Башҡортостан элек-электән бал төйәге булараҡ дан тота. Беҙҙең бурыс булған баллы башҡорт бал ҡорттарының тоҡомон һаҡлап ҡалыу, уларҙы арттырыу», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды конкурсты асыу тантанаһында Башҡортостан ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

«Апимондия» халыҡ-ара умартасасылар ассоциациялары федерацияһы етәксеһе Филип Маккейб билдәләүенсә, йәштәр араһында умартасы һөнәрен популярлаштырыу – ассоциациялар федерацияһы эшендә балды законлаштырыу менән бәйле һорауҙар менән бер рәттән төп йүнәлештәрҙең береһе. Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә Башҡортостандың иң йәш умартасыһын, иң яҡшы ҡатын ҡыҙ-умартасыны һәм төбәктең иң яҡшы солоҡсоһон атау осраҡлы түгел.

«Йыл һайын бөтә донъяла 1,7 миллион тонна бал етештерелә, уның өстән бер өлөш генә урындарҙа һатыла. «Апимондия» федерацияһының маҡсаты — тағы ла күберәк һәм тик юғары сифатлы бал етештереү», — тип белдерҙе Филип Маккейб.

Үҙ сиратында Рәсәй умартасыларының милли союзы президенты Арнольд Бутов билдәләүенсә, Башҡортостан йылдан-йыл умартасылыҡ өлкәһендә үҙенең алдынғылығын раҫлай.

«Өфөлә хәҙер умартасылыҡтағы бөтә төҫ йыйылған һәм беҙгә бергәләп илдә йәш умартасыларҙы әҙерләү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Ҡунаҡтар Өфөлә һәм республикала күп яҡшы нәмәне күрер тип ышанам. Бал ҡортон һаҡларға, уны яратырға кәрәк. Бал – ул миллиәт һаулығы».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть