Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ләйсән Үтәшева Өфөгә ҡунаҡҡа килә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Оҙаҡламай данлыҡлы спортсы, хәҙер телевидениела алып барыусы Ләйсән Үтәшеваның тыуған Башҡортостанына ҡунаҡҡа килеүе ихтимал. Йондоҙ Өфөлә булырға күҙаллай, был турала ул социаль селтәрҙәге үҙ сәхифәһендә хәбәр итте.

«Әлегә ҙур эшләпәләр артында йәшенәбеҙ, дуҫтарыбыҙ икенсе бейеү үҙәген асты! Хәҙер профессионалдар менән Өфөлә лә шөғөлләнергә мөмкин. Үҙ хыялына ҙур ынтылыш менән барған кешеләрҙе ҡотлайым һәм улар менән ғорурланам! Мотлаҡ рәүештә ҡунаҡҡа килеп сығырмын», — тип ул яңылыҡтары менән уртаҡлашты.

Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ТНТ каналында «Танцы» шоуы остазы Мигель Өфөлә бейеү мәктәбен асты. Уны Өфөлә октябрь айында асыу күҙаллана, тип аңлатты проекттың рәсми сайты администраторҙары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть