Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Салауат Юлаев» Башҡортостан кубогында башланғыс уйынды ышанслы еңде

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/.

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы кубогында «Салауат Юлаев»тың тәүге матчы уҙҙы. Өфөләр Владивостоктың «Адмирал»ын еңде.

Тәүге осорҙа иҫәпте Денис Куляш асты – 1:0. Уйындың ошо уҡ киҫелешендә Филип Ларсен айырылды – 2:0.

Икенсе осорҙа иң тәүҙә Станислав Гәрәев һөҙөмтәне арттырҙы – 3:0. Әммә һуңында ҡунаҡтар бер шайба индерҙе – 1:3.

Өсөнсө осорҙоң аҙағында дүртенсе шайба Энвер Лисиндың тишә атыуынан «Адмирал» ҡапҡаһына үҙ һаҡсыһынан рикошет менән инде – 4:1.

16 августа «Салауат Юлаев» «Нефтехимик» менән осраша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть