Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.27 ↓

EUR 69.66 ↑

21 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда газ-мотор яғыулығын индереү буйынса программа әҙерләйәсәктәр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Башҡортостанда газ-мотор яғыулығын индереү комплекслы программаһы әҙерләнәсәк. Тейешле йөкләмәне Өфө компрессор заводына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бирҙе.

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов һөйләүенсә, әлеге ваҡытта йәмәғәт транспортында газ-мотор яғыулығын үҫтереү буйынса федераль маҡсатлы программа әҙерләнә, был маҡсатлы программала төбәктәрҙең ҡатнашыуы өсөн бик ҡатмарлы шарт булып үҙ программаларыңды әҙерләү тора. Уны әҙерләгәндә Өфө компрессор заводында тупланған ыңғай тәжрибә лә иҫәпкә алынасаҡ.

Предприятие 2011 йылда ойошторолған. Завод углеводород берләшмәһе, азот һәм һауа өсөн юғары баҫымлы компрессор ҡорамалдарын яһау, хеҙмәтләндереү һәм йүнәтеү менән шөғөлләнә. Әле «Газпром трансгаз Өфө» менән уртаҡ проект сиктәрендә заводта ҡыҫылған тәбиғи газ модулдәрен етештереү башланған.

Ҡыҫылған тәбиғи газды ҡулланыу бензинға һәм башҡа яғыулыҡтарға ҡарағанда осһоҙораҡ һәм экологик яҡтан таҙараҡ тип һанала. Компрессорҙа ҡыҫылған метанда бөгөн «Башавтотранс» НефАЗдарының бер өлөшө эшләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016 йылдың декабрендә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ошондай 100 автобусты дәүләт автомобиль ташыусыһына тапшырҙы.

«Европала транспорт ҡыҫылған газда эшләһә, беҙҙә ул ихтыяжһыҙ булып ҡала, пропан-бутан ғына популяр. Ҡыҫылған тәбиғи газ – экологик яҡтан таҙа яғыулыҡ, уның менән машина оҙаҡ ваҡыт дауамында иҫ киткес эшләй, — тип һөйләй Өфө компрессор заводының баш кострукторы Павел Пеев. – Беҙҙең алда ошондай яғыулыҡты ҡойоу мөмкинлеге барлыҡҡа килһен өсөн инфраструктура булдырыу бурысы тора».

Хәҙер Ҡырмыҫҡалығы Автомобилдәргә газ тултырыу компрессор станцияһына ебәреү өсөн Өфө компрессор заводы белгестәре йыйған ҡыҫылған тәбиғи газ модуле әҙер. Компрессор үҙе Италиянан, әммә ҡайһы бер деталдәре – импортты алмаштырыу программаһы сиктәрендә – илебеҙҙеке. Шул уҡ ваҡытта, 2017 йылдың аҙағына тиклем заводта үҙҙәре етештергән һынау компрессор өлгөһөн сығарырға күҙаллайҙар.

«Инженерҙар мәктәбе беҙҙә һәйбәт, инженерҙар ныҡлы, көслө, әҙерләнгән. Ошоларҙы аңлап-белгән белгестәр барлығында бер ҙә шикләнмәйем», — тип билдәләне төбәк Башлығы конструкторҙар менән әңгәмәлә.

Бөтә һынауҙар ҙа уңышлы үтһә, артабан бындай ҡорамалдар етештереү үҫтереләсәк, киләсәктә ҡыҫылған тәбиғи газ модулдәрен Өфөлә эшләнгән компрессорҙарҙы ҡулланып сығарырға ниәтләйҙәр.

«Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Шамил Шәрипов билдәләүенсә, Рәсәйҙә бындай ҡорамалдарҙың алмашын бер кем дә етештермәй.

«Беҙ илдә беренселәрҙән булып бындай моноблокка тотондоҡ. Уны алһаҡ, тәүге газ-мотор яғыулығында автотранспорт һатып алыу һәм инфраструктураны үҫтереү менән шөғөлләнеүсе генә түгел, ә ҡорамалдар етештереүсе лә төбәк буласаҡбыҙ», — тип аңлатма бирҙе Шамил Шәрипов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть