Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә урамдарҙың береһен легендар диктор Рәсимә Кәримованың исеме менән атарға тәҡдим итәләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә урамдарҙың береһен легендар диктор Рәсимә Кәримованың исеме менән атарға тәҡдим итәләр. Ошо башланғыс менән Ҡала советына «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы мөрәжәғәт итте. Был тәҡдим – легендар шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса эштең бер өлөшө, тип билдәләнгән «Юлдаш ФМ» радиоһы хәбәрендә.

Рәсимә Сәғит ҡыҙы Кәримова (1939-2017) – Башҡортостан телевидениеһының тәүге дикторы. Телевидениела 1959 йылдан алып эшләгән. Ул яратҡан эшенә 40 йыл ғүмерен биргән, төбәк телевидениеһында билдәле шәхес булған. Уны зәңгәр экран королеваһы, заман йөҙө, республика телеэфирының тере символы тип йөрөткәндәр.

Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть