Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Истанбулда йәш яҙыусылар съезында республиканан өс автор ҡатнаша

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

14-18 августа Истанбулда төрки донъяһының йәш яҙыусылары йыйыны үтә. Сараға 22 ил яҙыусылары һәм шағирҙары йыйылған. Әҙәби форумды асыу тантанаһында Төркиә мәҙәниәт һәм туризм министры Нуман Куртулмуш ҡатнашты.

Башҡортостандан прозаик, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов, шағирә һәм тәржемәсе Кристина Андрианова-Книга һәм шағир Денис Ғилманов ҡатнаша.

Съезды ойоштороусылар – Төркиә Республикаһы Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы һәм Евразия яҙыусылар союзы. Сараның маҡсаты – мәҙәни алмашыныу һәм әҙәби йолаларҙы нығытыу. Китаптары үҙ илдәрендә баҫылған йәки әҙәби баҫмаларҙа яҙышҡан йәш яҙыусылар һәм шағирҙар тәжрибә, шулай уҡ заманса әҙәбиәт тенденциялары, темалар һәм жанрҙар үҙенсәлеклелеге тураһында фекер уртаҡлаша. Бынан тыш, үҙ илдәренә ҡайтҡандан һуң улар бер-береһенең әҫәрҙәрен тәржемә итергә күҙаллай. Программала Төркиә, Азербайжан, Ҡаҙағстан һәм башҡа төрки телле илдәрҙең билдәле яҙыусыларының оҫталыҡ дәрестәре, Төркиәнең баш ҡалаһында әһәмиәтле урындар буйлап экскурсиялар ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть