Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Данил Лысенконы еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында яулаған көмөш миҙалы менән ҡотланы

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов телефон аша әңгәмәлә бейеклеккә һикереү буйынса Рәсәй спортсыһын, Бөрөнән Данил Лысенконы Лондонда тамамланған еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында яулаған көмөш миҙалы менән ҡотланы.

Республика етәксеһе уның чемпионаттағы сығышын, ғаиләһе менән бергәләп телевизор аша финалды ҡарауын һәм Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһенең еңеүе менән ғорурланыуын билдәләне. Ул тренерҙарға иң изге теләктәрен юлланы һәм Башҡортостанға ҡайтҡас еңел атлет һәм уның Бөрөләге тренеры Николай Ковальский менән мотлаҡ рәүештә осрашасағын белдерҙе.

Данилдың чемпионатҡа барыр алдынан алған йәрәхәте тураһында белдем һәм спортсының иң яҡшы сифаттарын, еңеүгә ынтылышын күрһәтеүе һәм бер нимәгә ҡарамаҫтан ярыштарҙа лайыҡлы сығыш яһауы өсөн шатмын, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Бөгөнгө көнгә Данил Лысенконың көмөш миҙалы – Башҡортостанда еңел атлетикалағы иң ҙур ҡаҙаныш. Был данлыҡлы спорт карьераһының башы ғына һәм киләсәктә атлет яңы рекорд бейеклектәрен яулар, тип ышанысын белдерҙе республика Башлығы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 августа бейеклеккә һикереү буйынса ярыш финалында нейтраль флаг аҫтында сығыш яһаусы Данил Лысенко 232 сантиметр һөҙөмтәһен күрһәтте, шуның менән көмөш – ошо донъя беренселегендә Рәсәй спортсылары өсөн алтынсы миҙал яуланы. 2014 йылда Нанкинда үҫмерҙәр өсөн Олимпия уйындарында еңеү менән үҙе тураһында тәүге тапҡыр белдергән Бөрө егете өсөн Лондондағы донъя чемпионаты тәүге ҙур халыҡ-ара ярыш булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть