Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда энтеровирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса «ҡыҙыу линия» асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова.

Башҡортостанда Кеше именлеген һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә күҙәтеү эштәре буйынса федераль хеҙмәт энтеровирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса ҡыҙыу линия асты. Һорауҙарҙы иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем 8-800-100-47-67 телефоны буйынса бирергә мөмкин.

Төркиә Республикаһы курорттарында энтеровирус инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары тураһындағы хәбәрҙәр менән бәйле ҡыҙыу линия ойошторолдо. Ведомство белгестәре граждандарҙың энтеровирус инфекцияһын иҫкәртеү һәм ауырыу сиптомдары хаҡында һорауҙарына яуап бирәсәк.

Энтеровирус инфекцияһы – энтеровирустар тыуҙырған ауырыу, ул тышҡы мөхиткә бирешеп бармай. Энтеровирустар түбән температураларҙы яҡшы үткәрә: һыуытҡыс шарттарында – бер нисә аҙна дауамында, һыу үткәргесе һыуында – 18 көн, йылға һыуында – ай самаһы, ағып торған таҙартылған һыуҙа ике ай һаҡлана.

Инфекцияны ауырыу йәки һау йөрөтөүсе кеше генә тарата ала. Бәләкәй балаларға вирус һыу, аҙыҡ-түлек аша эләкһә, уны биҙ тиҙ арала йоҡтора. Энтеровирус сирен һыу, көнкүреш, һауа-тамсы юлдары аша йоҡторорға мөмкин. Инфекцияны йоҡтороу факторҙарына һыу, йәшелсә, бысраҡ ҡулдар, уйынсыҡтар, тышҡы мөхит объекттары инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть