Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡорт музыканттары Санкт-Петербург халҡы алдында ҡурай яһап күрһәтте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан музыканттары Санкт-Петербург халҡы алдында ҡурай үләненән музыка ҡоралын яһап күрһәтте. Был турала «Башинформ» агентлығына «Йатаған» этно-төркөмө етәксеһе Илдар Шакир һөйләне.

Коллектив «Донъя музыкалары» халыҡ-ара этник фестивалендә ҡатнашты. Байрамға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән (Карелия, Бүрәт республикалары) һәм сит илдәрҙән –Ҡаҙағстан, Франция вәкилдәре йыйылды. Сара Санкт-Петербург үҙәгендә, Шереметев һарайында, хәҙерге Музыка музейында үтте.

«Музыка музейында йыйылғандарға яҡшы тәьҫораттар, күтәренке кәйеү, шулай уҡ үҙебеҙҙең ҡул тамғалары менән «Йатаған» төркөмө дискын һәм үҙебеҙ эшләгән ҡурайҙы бүләк иттек», — тип хәбәр итте агентлыҡ әңгәмәсеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть