Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.27 ↓

EUR 69.66 ↑

21 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Апимондия инспекторҙары Өфөнөң умартасылар конгресын уҙғарыуға әҙерлеген баһалаясаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостанға «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы ағзалары килә. Сәфәрҙең маҡсаты – 2021 йылда «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ конгресын һәм «АпиЭкспо» күргәҙмәһен уҙғарыуға Рәсәй Федерацияһының ғариза кампанияһы сиктәрендә Өфө инфраструктураһын тикшереү. Ошо хаҡта ветеринария.рф порталы хәбәр итә.

Делегация составында «Апимондия» халыҡ-ара федерацияһы президенты Филип Маккейб (Ирландия), Апимондия генераль секретары Рикардо Джаннони-Себастианини (Италия), шулай уҡ конкурс һәм күргәҙмә ойоштороу комитеты вәкилдәре. Рәсәй ғариза комитетын Рәсәй умартасылары милли союзы президенты Арнольд Бутов етәкләйәсәк.

Апимондия вәкилдәре 16 августа «Аҡбуҙат» ипподромында уҙасаҡ «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ конкурсының «Иң яҡшы умартасы» номинацияһында абруйлы ҡунаҡтар буласаҡ. Тикшереү төркөмө конгресты асыу һәм күргәҙмәне уҙғарыу өсөн тәҡдим ителгән урындар, сарала ҡатнашыусыларҙы урынлаштырырға кәңәш ителгән отелдәр, форум ҡунаҡтары өсөн техник, туристик турҙар менән танышасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть