Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Татарстан башҡорттары республиканың иң юғары нөктәһендә сығыш яһаны

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Татарстандың Аҙнаҡай районында «Сатыртауҙа йыйын» VII халыҡ-ара төрки халыҡтарының халыҡ ижады фестивале үтте. Төп сәхнәлә бөтә Рәсәйҙән фольклор коллективтар сығыш яһаны. Халыҡ байрамында Татарстандың Аҙнаҡай, Аҡтаныш, Түбәнге Кама, Туҡай райондары башҡорттары, Түбәнге Кама ҡалаһынан «Сал Урал» башҡорт фольклор ансамбле һәм Яр Саллы ҡалаһынан «Гөлнәзирә» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле сығыш яһаны.

«Сатыртау – Татарстандың иң юғары географик нөктәһе – 343 метр. Сатыртау түбәһенән шундай матурлыҡ асыла, хатта тын ҡыҫыла. Элек-электән кешеләр күңел тыныслығына һәм ялына килтергән был урындың ыңғай энергетикаһын билдәләгән, — тип һөйләне төбәк Башҡорттарҙың милли-мәҙәни автономияһы идараһы рәйесе Ғәли Хәсәнов. — Фестивалдә башҡорт тирмәләрен ҡуйҙыҡ, йолаларҙы күрһәттек, башҡа төрки халыҡтарҙан айырылып торған көнкүреш, мәҙәниәт менән таныштырҙыҡ».

Борон-борондан аҡһаҡалдар Сатыртауҙа йыйынға йыйылған, мөһим һорауҙарҙы хәл иткән, ә урындағы халыҡ боронғо йолалар буйынса байрамдар уҙғарған. Театрлаштырылған тамашала Сатыр батыр төп персонаж булып сығыш яһаны. Өс меңләп кеше фестиваль ҡунағы булды. «Сатыртауҙа йыйын» фестивале 2011 йылдан уҙғарыла. Фестивалдең төп маҡсаты – төрки халыҡтарының мәҙәни хеҙмәттәшлеген, мәҙәни йолаларҙы, рухи байлыҡты тергеҙеү һәм үҫтереү, халыҡтарҙың бер-береһен аңлау һәм берләшеүен нығытыу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть