Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Республика игенселәре тәүге 133 мең тонна игенде йыйып алды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда, уртаса уңыш 22,7 центрҙа, һәр гектарҙан 133 мең тонна иген һуғып алынған. Әлегә бөтәһенән дә күберәк Әлшәй һәм Көйөргәҙе районы игенселәре йыйып алған – 10,2 һәм 10,9 мең тонна.

Шул уҡ ваҡытта ужым культуралары араһында иң юғары уңыш бойҙайҙа (һәр гектарҙан 26 центнер), яҙғы культуралар араһында – арпала (гектарынан 26,1 центнер).

Бөртөклө һәм ҡуҙаҡлылар уңышы буйынса Саҡмағош, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондары алдынғы килә. Бында һәр гектарҙан 31,2-38,3 центнер иген йыйып алалар.

Төбәк Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар 112 мең гектарҙа сабылған (майҙандарҙың алты проценты), 59 мең гектарҙа һуғылған (өс процент).

Урып йыйыу эштәрен юғары темптар менән Дүртөйлө, Әлшәй, Саҡмағош, Көйөргәҙе, Илеш, Шаран һәм Йылайыр районы аграрийҙары алып бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть