Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.27 ↓

EUR 69.66 ↑

21 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә аэропортҡа тиклем юл йүнәтеләсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфө хакимиәте аэропортҡа тиклем һуҙылған юлды (ҡалаға инеү юлын) ремонтлау өсөн 143 миллион һум түләргә әҙер. Тейешле ғариза дәүләт һатып алыуҙары сайтында урынлашҡан.

Өфө-Аэропорт трассаһын яңыртыу өсөн заказ биреүсе 143 миллион һум тәҡдим итә. Уларҙың 112,7 миллионын – федераль бюджет, 26 миллионын республика ҡаҙнаһы бүлә, ҡала 4,3 миллион һум түләргә әҙер. Был турала РБК-Өфө хәбәр итә.

Техник эш йөкләмәһенә ярашлы, төҙөүсе Салауат Юлаев проспектынан М-5 «Урал» автомобиль юлына («Ял» кафеһы сиселешендә) тиклем ремонтларға тейеш.

Бынан тыш, юл хеҙмәткәрҙәре Ағиҙел йылғаһы аша күперҙә асфальтты яңыртасаҡ.

Гарантиялы файҙаланыу ваҡыты билдәләнгән. Юл ҡатламының өҫкө өлөшөнә ул дүрт йыл тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть