Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә уртаса пенсия күләмен атанылар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан статистары 1 июлгә ҡарата тәғәйенләнгән уртаса пенсия күләмен атаны.

Статистика хеҙмәткәрҙәренең мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә уртаса пенсия 12 309 һум тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта, страховка пенсияһын алыусыларҙың пенсияһы 12 607 һум.

Дәүләт пенсия тәьминәте буйынса алғандарҙың пенсияһы 9 048,5 һум тәшкил итә.

Хәҙер республикала 1,168 миллиондан ашыу пенсионер иҫәпләнә. Уларҙан 1,07 миллиондан ашыу кеше страховка пенсияһын ала.

Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек Башҡортостанда 1,152 миллион пенсионер йәшәгән. Шул ваҡытҡа төбәктә уртаса пенсия 11 780 һум булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть