Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы республикала уртаса эш хаҡын атаны

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә уртаса эш хаҡы ағымдағы йылдың май айында 31 982,7 һум тәшкил итте. Эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы 9 142 һумға тиң.

Һайланма тикшереүҙәрҙең мәғлүмәттәренә ярашлы, 2017 йылдың икенсе кварталында республикала иҡтисади әүҙем халыҡ иҫәбе 1, 950 миллиондан ашыу иҫәпләнә.

Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының стандарттарына ярашлы, эшһеҙҙәр һаны 107,7 мең кеше тәшкил итә. Дөйөм эшһеҙлек кимәле 5,5 процентҡа тиң.

Республикала август башына рәсми рәүештә 21,5 мең эшһеҙ һәм 46 меңдән ашыу вакантлы урын иҫәпләнә. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,07 процентҡа тиң.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть