Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге асыласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикала Экспортҡа йүнәлеш алған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙамды координациялау үҙәген булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Документты төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығы әҙерләгән. Үҙәк республика экспортерҙарына сит илгә сығыуҙа булышлыҡ итеү, Башҡортостандың экспорт потенциалын арттырыу, төбәктә илебеҙҙәге сеймал булмаған экспортына ярҙам итеү буйынса бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн ойоштороласаҡ.

Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығында билдәләүҙәренсә, Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәген булдырыу – «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт үҫешенең система саралары» өҫтөнлөклө проектының федераль паспорт этаптарының береһе.

Үҙәк республика экспортерҙары өсөн финанс булмаған хеҙмәттәр спектрын күрһәтәсәк. Улар иҫәбендә – консультация биреү, таныштырыу материалдарын сит телдәргә тәржемә итеүҙә ярҙам күрһәтеү, республика экспортерҙары хаҡында мәғлүмәтте сит ил баҙарҙарына сығарыу, сауҙа вәкиллектәре менән үҙ-ара эш итеү, семинарҙар уҙғарыу.

Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге республика һәм федераль башҡарма власть органдары,Рәсәйҙең сит илдәрҙәге сауҙа вәкиллектәре һәм эшҡыуарҙарҙың ижтимағи ойошмалары менән тығыҙ эш алып барасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть