Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә уҡытыусылар кәңәшмәһе сиктәрендә туған телдәрҙе өйрәнеүҙе ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Мәғариф буйынса республика уҡытыусылар кәңәшмәһе сиктәрендә Өфөлә республика район һәм ҡалаларының мәғариф идаралығы органдары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашлығында һүҙ көрәштереү майҙансыҡтары эшләй башланы. Уларҙың берәүһе Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы нигеҙендә үтә. Тикшереүгә Башҡортостанды дөйөм белем биреү ойошмаларында туған телдәрҙе өйрәнеүҙе һәм туған телдә уҡытыуҙы ойоштороу мәсьәләһе сығарылды.

Белем биреү процесының яңылыҡтары тураһында республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова һөйләне.

Министрҙың һүҙҙәренсә, дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт мәғариф стандарттарына ярашлы мәғариф өлкәһендә төбәк компоненты мәктәптәргә үҙҙәренең ҡарамағына тапшырылған. Хәҙер уҡытыу учреждениеһы хакимиәте үҙаллы үҙенең уҡытыу пландарын билдәләргә хоҡуҡлы: ниндәй яңы фәндәр индерергә һәм уларҙы ниндәй күләмдә өйрәнергә. Шул уҡ ваҡытта мәктәптең белем биреү ойошмаһының коллегиаль органдары ризалығынан сығып яңы уҡытыу фәндәрен индерергә хоҡуғы бар. Коллегиаль органдарҙың составы мәктәп уставында яҙылған. Уға уҡытыусылар, ата-әсәләр комитеты, уҡыусылар советы инә ала.

«Беҙҙең, йәғни Мәғариф министрлығының, мәктәптәргә көсләп ҡушырға һәм хатта кәңәш бирергә хоҡуғыбыҙ юҡ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ведомство етәксеһе.

Бөгөнгө көнгә республикала 14 телде өйрәнеү мөмкинлеге бар, тип хәбәр итте Гөлназ Шафиҡова. Уларҙың алтыһында: рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари һәм удмурт телдәрендә уҡытыу алып барыла. Башҡортостан –украин телен һәм ивритте уҡытыу, ә иң мөһиме өйрәнергә теләүселәр булған Рәсәйҙәге берҙән-бер төбәк, тип өҫтәне ул.

«Тел — ул балаларыбыҙҙың тағы ла бер конкуренция һәләтлеге механизмы», — тине министр, республиканың туған телдәрен өйрәнергә теләүсе уҡыусыларҙың һанын арттырыуға ҡыҙыҡһыныуына иғтибар бүлеп. Сарала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, ул хәҙер күп нәмәнең уҡытыусыларҙан торғанын билдәләне. Уҡытыусы үҙ фәненә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ҙур белем биреү форумының «Башҡортостан Республикаһында белем биреү системаһын камиллаштырыу» темаһына арналған пленар өлөшө 12 августа Өфөләге Конгресс-холда үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть