Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.27 ↓

EUR 69.66 ↑

21 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Башлығы йәш ғаиләләргә 300 мең һумлыҡ тәүге сертификаттарҙы тапшырҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

11 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов йәш ата-әсәләргә 300 мең һумлыҡ тәүге сертификаттарҙы тапшырҙы. Бер тапҡыр түләнә торған социаль пособие торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк. Уны яңыраҡ тәүге сабыйҙары тыуған биш ғаилә алды. Тантананың төп геройҙары, ярты йәшлек балалар, ата-әсәләре менән бергәләп сарала булды.

«Атай һәм әсәйҙәрҙе сабыйҙары тыуыу менән генә түгел, ә торлаҡ алыуға сиратта торған йәш ата-әсәләргә ярҙам итеү буйынса беҙҙең экспериментта ҡатнашыусылар булғанығыҙ менән дә ҡотлаһым килә. Быйыл ошондай ғаиләләргә ярҙам итергә ҡарар иттек, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һеҙгә ҡарап, башҡа йәштәр ҙә үрнәк алһын һәм уларҙың да балалы булыу теләге уянһын ине. Беҙҙең бөгөн демографик хәл насарая, тыуым кәмей, беҙгә балалар кәрәк. Йәш ғаиләләргә ярҙам итер өсөн барыһын да эшләргә әҙербеҙ».

Республика Башлығының һүҙҙәренсә, ярҙам программаһы яҡшы һөҙөмтә күрһәтһә, артабан да ул мотлаҡ рәүештә дауам ителәсәк.

«Был залда иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡабул итәбеҙ, һеҙ беҙҙең өсөн бөгөн һәм киләсәктә лә иң ҡәҙерле ҡунаҡтар, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Һеҙ беҙҙең өсөн иң яҡын кешеләр».

Сертификат алған бәхетле ата-әсәләр хис-тойғоларын йәшермәне.

«Рәхмәт һүҙҙәренән тыш башҡаһы юҡ, бөтә республика йәштәре исеменән ярҙам өсөн рәхмәт әйтәһе килә, был беҙҙең өсөн бик мөһим, — ти Айнур Ситдиҡов, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры артисы. — Балаларҙа республика өсөн намыҫлы, изге күңелле, аҡыллы, көслө һәм кәрәкле кешеләр тәрбиәләргә тейешбеҙ».

Айнур һәм Зилиә Ситдиҡовтар 2015 йылдың 1 декабренән ипотека түләйҙәр, дәүләт ярҙамы менән ғаилә өлөшләтә торлаҡ сертификатын түләргә ниәтләй.

«Был бик һәйбәт ярҙам, сөнки ай һайын түләгән сумма үҙе ҡыҫҡарасаҡ, ул аҡсаның икенсе нәмәгә ҡаласағын аңлата, — тине Айнур Ситдиҡов. — Бәхет аҡсала түгел. Иң мөһиме – ул балаларҙың һәм үҙебеҙҙең һаулыҡ. Ә аҡсаны һәр саҡ эшләргә һәм уларҙы ҡайҙа тотоноу урынын табырға мөмкин».

Яҡуповтар ғаиләһенең үҙенең торлағы юҡ әле: 22-се Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәттә эшләүсе Данил, тормош иптәше Лилиә һәм бәләкәй Ризуан менән Черниковкала ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәй һәм сертификат алыуҙарына әле һаман ышанмай.

«Белгәс, ышанманыҡ! Хәҙер бер аҙ аңға килгәс фатир ҡарай башлайбыҙ, аҡса башланғыс түләүгә китәсәк, — тип һөйләй Лилиә Яҡупова. — Тиҙерәк күсергә хыялланабыҙ, йортобоҙҙоң нисек буласағын, нисек өй туйлауыбыҙҙы һәм Яңы йылды ҡаршылауыбыҙҙы күҙ алдына килтерәбеҙ».

Йәш ғаиләләргә ярҙам итеү программаһы быйыл башланды. Март айында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы йәш ғаиләләр балаһы тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған социаль түләүгә хоҡуҡҡа эйә була. 300 мең һум торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть