Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала инвалид балалар Ҡандракүл буйында ял итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Туймазы районында 164 инвалид бала ата-әсәләре менән Ҡандракүл буйында ял итте. Балаларҙың бер көнлөк ялын муниципалитет хакимиәте һәм урындағы Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән  балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге ойошторҙо.

Иртәнсәк балалар үҙҙәренең ата-әсәләре менән А.Гайдар исемендәге лагерь корпусында урынлашты. Бөтә балалар ҙа тиерлек йылы күлдә һыу инде, ҡомдан һарайҙар төҙөнө, райондың йәштәр ижтимағи ойошмалары волонтерҙары әҙерләгән ярыштарҙа, ижади конкурстарҙа һәм викториналарҙа ҡатнашты. Ҡандры ауылынан йәш артистар лагерҙа ҡатнашыусылар өсөн концерт әҙерләне.

Ҡандракүл буйында ял балалар өсөн тәьҫораттарға һәм «Туймазыфрут» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән, «САВА» ит комбинатынан, «Бэкерай» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән бүләктәргә бай онотолмаҫлыҡ ваҡиғаға әйләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть