Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың йәш лидерҙарын грантҡа ғариза яҙырға өйрәтәләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡорт дәүләт медицина университетында республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары лидерҙарының «Президент гранттары фонды» төбәк үҫеш департаменты вәкилдәре менән осрашыуы үтә.

Осрашыу темаһы – 2017 йылда граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттарына конкурсҡа ғаризалар әҙерләү.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһында хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа ҡатнашыусылар быйылғы йылдың ғаризалар тапшырыу шарттарын, яңылыҡтарын өйрәнәсәк. Департамент вәкилдәре ғариза тапшырыусыларҙың 2017 йылдың 31 июлендә иғлан ителгән тәүге конкурс һөҙөмтәләрендә ебәргән хата өлгөләрен килтерәсәк.

«Президент гранттары фонды» төбәк үҫеш департаменты етәксеһе Наталья Әлиева быйыл тәүге грант конкурсына тәҡдим ителгән проекттарҙың бойондороҡһоҙ экспертизаһын үткәреү һөҙөмтәләре тураһында һөйләйәсәк.

Сараның ойоштороусыһы – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы.

Осрашыу 16 августа үтә, сара иртәнге сәғәт 12-лә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть