Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61

EUR 72.31

27 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Эстонияла Салауат Юлаевҡа бюст ҡуйылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Эстон Республикаһының Палдиски ҡалаһында башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа бюст һәм таҡтаташ асыу тантанаһы булды. Ошо уҡ көндә ҡалала Эстонияла йәшәгән башҡорттар ойошторған «Һабантуй» байрамы уҙҙы.

Республиканың Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың милли геройына иҫтәлекле билдә Палдиски ҡалаһы мэрияһында ҡуйылған. Бюст иһә Салауат Юлаевтың исемен йөрөткән скверҙа урынлашҡан.

Тантанала Рәсәйҙең Эстониялағы илсеһе Александр Петров, Палдиски ҡалаһы мэры Тийт Пеэду, Башҡортостандың Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин һәм Эстониялағы башҡорт диаспораһы вәкилдәре ҡатнашты.

Ғәли Вәлиуллин ҡаланың мэрына башҡорттарҙың милли батыры хаҡында тарихи хәтерҙе һаҡлауҙары өсөн Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хатын тапшырҙы.

Сара барышында Георгий Победоносец сиркәүе башлығы Валерий Назаренко һәм Салауат Юлаев исемендәге Халыҡ-ара тарихи клуб ағзалары менән осрашыу үтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть