Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.41 ↓

EUR 71.84 ↑

23 май, Кесе йома

Уфа   °

Ҡурған өлкәһе башҡорттары һабантуй уҙғарҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Ҡурған өлкәһендә өлкә һабантуйы үтте. Төрки күсмә халыҡтарының милли байрамына бөтә төбәктән ҡунаҡтар, шулай уҡ Башҡортостан һәм Татарстан вәкилдәре йыйылды. Тантанала иң яҡшы эшсәндәр бүләкләнде, күп милләтле, ишле ғаиләләргә һәм тәрбиәгә бала алғандарға бүләктәр тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә.

Байрамды Ҡурған өлкәһе губернаторы урынбаҫары — Төҙөлөш, дәүләт экспертизаһы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ директоры Роман Ванюков асты. Һабантуй күптән милли сикте үтеп, дөйөм күп милләтле берҙәмлек, хеҙмәт һәм дуҫлыҡ байрамына әүерелгән, тип билдәләне ул.

Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев ҡатнашыусыларҙы башҡортса сәләмләне. Ул республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе, унда етәксе ватандаштарына берҙәм һәм татыу булғандары өсөн рәхмәт белдерә, уңыштар һәм именлек теләй.

Рәсми өлөштән һуң Ҡурған өлкәһендәге иң яҡшы башҡорт фольклор коллективтарының ҙур байрам концерты башланды. Сибай концерт-театр берләшмәһе музыканты Шамил Күсәмишев ҡурайҙа көйҙәр уйнаны. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов байрамды ҡатнашыусыларҙы үҙенең хиттары менән шатландырҙы.

Сара барышында зиннәтле башҡорт тирмәләре ҡоролғайны. Асыҡ һауалағы майҙанда халыҡтарҙың көнкүрешенә, кәсептәренә һәм биҙәү-ҡулланма ижадына арналған күргәҙмә эшләне. Ошонда уҡ көршәкселәр һәм тимерселәр оҫталыҡ дәресе бирҙе.

Милли ризыҡтарҙы үҙ итеүселәр бәлеште, сәк-сәкте, былауҙы, бишбармаҡты, шашлыҡты, буҙаны, ҡымыҙҙы, традицион деликатестарҙы тәмләп ҡараны.

Һабантуйҙы халыҡ уйындарынан һәм уйын-көлкөнән тыш күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел: тоҡ кейеп йүгереү, күҙҙе бәйләп көршәк ватыу, тоҡ менән һуғышыу. Әммә байрамда иң популяр ярыш бағанаға үрмәләү булды.

Һабантуйҙа милли көрәшкә айырым урын бирелгәйне. Унда 18-50 йәштәге тейешле әҙерлеге булған һәр кем ҡатнаша алды. Еңеүсе абсолют батыр исемен, аҡсалата бүләк һәм һарыҡ алды. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн конкурстар һәм уйындар менән ҙур программа ойошторолдо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть