Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Саксония Ландтагы делегацияһы менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Саксония Ландтагының рәсми делегацияһы (Германия Федератив Республикаһы) менән осрашты. Делегацияны Саксония парламенты ағзаһы, Үҙәк һәм Көнсығыш Европаның Парламент форумы президенты, Саксония Ирекле дәүләтенең дәүләт юстиция министры Себастьян Гемков етәкләй.

Осрашыуҙа Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв, Саксонияла эшләгән компанияларҙың вәкилдәре ҡатнашты. Төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм киңәйтеү перспективалары, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде.

– Быйыл беҙ Саксония менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең 25 йыллығын билдәләйбеҙ. 1992 йылда беҙҙең хөкүмәттәр Берлектәге белдереүгә ҡул ҡуйҙы. Быға тиклем Саксония һәм Башҡортостан тауарҙарының алмаш күргәҙмә-презентациялары уҙғарыла торғайны. Предприятиеларыбыҙ Лейпциг йәрминкәһендә әүҙем ҡатнашты, республикабыҙҙа иһә Саксония фирмалары эшләне. Башҡортостанда әһәмиәтле инвестиция проекттары тормошҡа ашырылды, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа осрашыуҙар ныҡ һирәгәйҙе. Беҙ һеҙҙең килеүегеҙҙе элекке әүҙем бәйләнештәрҙе һәм хеҙмәттәшлекте тергеҙеүгә ынтылыш булараҡ баһалайбыҙ. Германия менән бәйләнештәрҙе киңәйтеү беҙҙең өсөн мөһим. Берлектәге эш өсөн мөмкинлектәр бик ҙур.

Осрашыу барышында яҡтар хеҙмәттәшлектең перспективалы, шул иҫәптән сәнәғәт, энергетика, ауыл хужалығы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге, шулай уҡ мәҙәни үҙ-ара эш итеү йүнәлештәрен тикшерҙе.

– Саксонияла мәктәптә уҡығанда, алыҫ 1969 йылда булғайным. Ул саҡта Өфөнән 100 уҡыусы Германияға юлланды, Германиянан 100 уҡыусы Өфөгә килде. Бындай алмашыуҙар даими ойошторола ине, – тине Рөстәм Хәмитов. –  Беҙ ай буйына бик күп сәйәхәт иттек. Шпрее, Берлин, Лейпциг һәм башҡа ҡалалар әле лә хәтеремдә. Германияға ҡарата йылы хис-тойғо ғүмергә иҫтә ҡалды. Беҙгә ошо тәжрибәгә кире ҡайтырға кәрәк.

Республика Башлығы R2R («төбәк менән төбәк») форматында эшләүҙең мөһимлеген билдәләне, Германияла Башҡортостандың инвестиция һәм сәнәғәт ҡеүәте менән таныштырыу сараһын ойошторорға тәҡдим итте һәм Саксония вәкилдәрен ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең III бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында ҡатнашырға саҡырҙы.

2016 йылда Башҡортостандың Германия Федератив Республикаһы менән тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 186,1 миллион доллар тәшкил иткән. Ошо сумманың 60 проценттан ашыуы (115,6 миллион доллар) – экспортҡа, 40 процентҡа яҡыны (70,4 миллион доллар) импортҡа тура килгән.

Башҡортостандан Германияға оҙатылған продукциялар араһында – минераль продукттар (68,2 процент), химия сәнәғәте продукцияһы һәм каучук (29,5 процент), металл һәм унан яһалған изделиелар (1,5 процент), шулай уҡ ағас, ҡорамалдар, быяла изделиелар, мебель, ауыл хужалығы сеймалы. Импорттың төп тауарҙары: ҡорамалдар һәм транспорт саралары (62,8 процент), химия сәнәғәте, шул иҫәптән фармацевтика продукцияһы (26,5 процент), шулай уҡ металл изделиелар, керамик продукция.

Республикабыҙҙа немец капиталы ҡатнашлығындағы 24 предприятие теркәлгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть