Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә Михаил Нестеровтың тыуыуына 155 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

31 майҙа Өфөлә билдәле рус рәссамы, һынлы сәнғәт академигы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Нестеровтың тыуыуына 155 йыл тулыуҙы билдәләнеләр. Рәссамдың исемен йөрөткән Башҡорт художество музейында уның эштәренең киңәйтелгән юбилей күргәҙмәһе асылды. Унда Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы йыйылмаһынан 60-тан ашыу эш тәҡдим ителгән. Күргәҙмә 2 июлгәсә дауам итәсәк.

«Рәсми саралар һәм ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлмәй. Рәссамдың тормошо һәм ижады тураһында лекциялар уҙғарыласаҡ», — тип аңлатма бирҙеләр музейҙа.

Михаил Нестеровтың тормошо һәм ижады тураһындағы лекциялар 28 майҙан 4 июнгәсә көндөҙгә сәғәт 2-нән 3-сө яртыға тиклем музейҙың конференциялар залында үтә. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 272-13-85.

2012 йылда Өфөлә рәссамдың быуат ярымлыҡ юбилейы билдәләнде. Ул саҡта республиканың баш ҡалаһы Нестеров урындарына байыны. Өфөлә бөтә Рәсәй күргәҙмәһе ойошторолдо, Нестеров скверы асылды, Ленин урамында рәссамдың йорто торған урынға мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, «Михаил Нестеров. Неизвестные страницы творчества» тигән китап донъя күрҙе. Һәйкәл ҡойоуға һәм уны ҡуйыуға аҡса бүленде (проект 2015 йылда тормошҡа ашырылды).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть