Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов балаларҙың ялын ойоштороу һәм уларҙың һаулығын нығытыу тураһында селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев видеоконференция режимында балаларҙың ялын ойоштороу һәм уларҙың һаулығын нығытыу мәсьәләләре буйынса селектор кәңәшмәһе үткәрҙе, унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Былтыр балалар ялына ҡағылышлы норматив-хоҡуҡи база ярайһы уҡ камиллаштырылды, тип билдәләне Премьер-министр. Хәҙер уны ойоштороу буйынса вәкәләттәр Мәғариф министрлығына йөкмәтелде, ул ошо эшкә йәлеп ителгән бөтә ведомстволарҙың эшен көйләйәсәк.

Хөкүмәт Рәйесенең әйтеүе буйынса, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, санитар нормаларҙы, янғынға ҡаршы ҡағиҙәләрҙе үтәү төп темалар булып тора.

— Ошондай ялды ойоштороу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүсе компанияларға талаптар анығыраҡ, ҡатыраҡ көскә эйә булды. Ул балалар менән эшләүсе кешеләрҙе тикшереүгә һәм уларҙың квалификацияһына ҡарата талаптарға ла ҡағыла. Һүҙ вожатыйҙар, тәрбиәселәр, оҙатыусылар хаҡында бара. Улар барыһы ла ҡарауҙағы балалар өсөн үҙҙәренә яуаплылыҡ ала һәм именлектең иң мөһим нәмә икәнлеген аныҡ аңларға тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Медведев. – Беҙ ошо өлкәләге һатып алыуҙарҙа хеҙмәттәр сифаты һәм балалар именлеге мәсьәләләре һис шикһеҙ өҫтөн торғанын ҡануни рәүештә беркеттек. Ошондай хеҙмәттәр менән тәьмин итеүсе кәрәкле тәжрибәгә эйә булырға тейеш. Ялды ойоштороусыларҙа сәләмәтлектә экономиялау тигән нәмә уйында ла булмаҫҡа тейеш.

Премьер-министр хәбәр итеүенсә, үткән аҙнала Балаларҙың ялын һәм уларҙың һаулығын нығытыуҙы ойоштороуҙы дәүләт яғынан көйләү һәм контролдә тотоу нигеҙҙәре раҫланды. Уларҙа балалар ялын ойоштороу системаһын камиллаштырыу, шул иҫәптән белгестәр әҙерләү, лагерҙар, һаулыҡ йорттарын төҙөү һәм яңыртыу, закондар базаһын артабан аныҡлау буйынса бурыстар сағылыш тапты.

— Был миҙгелдең тағы ла бер яңылығы – балалар туристик төркөмдәренең маршруттары хаҡында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына мотлаҡ хәбәр итеү. Бындай төркөмдәрҙә беренсе ярҙам күрһәтә белгән һәм махсус әҙерлек үткән инструктор-оҙатыусылар булыр тейеш, – тине Дмитрий Медведев. – Беҙҙә берҙәм ашығыс хеҙмәттәр номеры индерелгән. Кәрәк булғанда ашығыс хәлдә ярҙам алыу өсөн һәр кем уға шылтырата алырға тейеш. Шул рәүешле селтәр ҡапламаған һәм телефонда аҡса булмаған хәлдә лә быны эшләргә мөмкин.

Дмитрий Медведев әйтеүенсә, шулай уҡ балаларҙы автобуста йөрөткән ваҡытта хәүефһеҙлек, берәй хәл килеп тыуһа йәки рейс һуңлаһа балаларҙы ашығыс урынлаштырыу өсөн шарттар булдырыу мәсьәләләре айырым контролгә алынырға тейеш.

— Балалар ялын ойоштороусы бөтә ойошмаларҙың да төбәктәрҙә барлыҡҡа килгән махсус реестрҙарға индерелеүен ҡайғыртырға кәрәк, – тип билдәләне Премьер-министр. – Билдәһеҙ бер лагерь ҙа булмаҫҡа тейеш, быға юл ҡуйырға ярамай, ысынында иһә был енәйәткә тиң.

2017 йылда Башҡортостанда балаларҙы ялын һәм уларҙың һаулығын нығытыуҙы 2688 ойошма тормошҡа ашыра. Төп ял итеү формалары менән 390 мең самаһы баланы, йәғни республикалағы мәктәп йәшендәге балаларҙың 88,3 процентын йәлеп итеү күҙаллана. Балаларҙың һаулығын нығытыу кампанияһын тәьмин итеүгә республиканың тупланған бюджеты 1,6 миллиард һум тәшкил иткән. Янғынға ҡаршы хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә төрлө сығанаҡтарҙан 39 миллион һумдан ашыу бүленгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть