Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.41 ↓

EUR 71.84 ↑

23 май, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт шағирәһе — Марина Цветаеваның шиғырҙарын тәржемәләү конкурсы еңеүсеһе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт шағирәһе Гүзәл Ситдиҡова «ЛиФФт-2017» Бөтә Рәсәй әҙәби фестивалдәр фестивале конкурсында еңеүселәрҙең береһе булды. Ул Марина Цветаеваның «Принц һәм аҡҡоштар» һәм «Иҫке Мәскәүҙең өйҙәре» шиғырҙарын тәржемә иткәне өсөн беренсе урынды алды, тип хәбәр итте Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев. Бүләкләү тантанаһы Марина Цветаеваның музейында үтте.

Бөрө ҡалаһының «Победа» гәзите хәбәрсеһе, «Илһам шишмәләре-2017» төбәк-ара шиғриәт фестивалендә Гран-при яулаған Александр Хватков  та беренсе урынды һәм көмөш миҙал яуланы.

Башҡа башҡорт яҙыусылары дипломант булды.

«Төбәк делегациялары араһында иң ҙуры Башҡортостандан булып сыҡты — һигеҙ кеше, — ти Зәки Әлибаев. — Фестиваль бик ҡыҙыҡлы уҙҙы, айырыуса ойоштороусыларҙың уны Мәскәүҙең төрлө әҙәби урындарында үткәреүе оҡшаны. Беҙ Евразия халыҡтары ассамблеяһында һәм Переделкинола оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаштыҡ».

Теги: әҙәбиәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть