Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Туғанлыҡ» фестивале барышында «Мәҙәниәттәр диалогы һәм төрки телле театр» конференцияһы уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Туғанлыҡ» театр фестивале барышында «Мәҙәниәттәр диалогы һәм төрки телле театр» тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыла. Конференцияға ғаризалар М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында ҡабул ителә. Сара 11 сентябрҙә үтә.

Билдәләнгән тема буйынса рус телендәге өс-ете битлек мәҡәләләрҙе 2017 йылдың 20 июленә тиклем gafury_lit@mail.ru электрон почтаһына ғариза менән бергә ебәрергә кәрәк. Кураторы — Эльвира Исҡужина, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының әҙәби-драма бүлеге етәксеһе. Телефон: (347) 272-39-30.

7-14 сентябрҙә Өфөлә VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале үтә. Бынан алдағы фестиваль 2012 йылдың сентябрендә уҙғайны. Ул саҡта конкурста Ҡаҙағстан, Төркиә, Азербайжан, Молдова, Башҡортостан, Татарстан, Ҡабарҙа-Балҡар, Алтай, Хакасия, Ҡырым Республикаһы һәм Яҡутстандан 15 спектакль ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть