Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

19 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республиканың ижади коллективы Кремлдә «Рәсәй студент яҙы»нда беренсе урынды яуланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостандан «Страдл» халыҡ коллективы спорт-аэробика шоуы «Рәсәй студент яҙы» фестивалендә беренсе урынды яуланы. Гала-концерт Дәүләт Кремль һарайында үтте. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан сығыш яһаусы «Страдл» төркөмө «Үҙенсәлекле жанр»/«Пластика» йүнәлешендә иң яҡшыһы булды.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында билдәләүҙәренсә, «Страдл» спорт-аэробика шоуы төрлө кимәлдәге чемпионаттарҙа даими ҡатнаша, призлы урындар яулай һәм спорт аэробикаһы буйынса Урал кубогын алды, спорт һәм фитнес аэробикаһы буйынса Волга буйы федераль округы чемпиондары, спорт аэробикаһы буйынса Рәсәй чемпиондары булды.

Коллективта Башҡорт дәүләт педагогия университетының төрлө факультеттарынан 23 студент шөғөлләнә. Ошо осорҙа «Страдл» төркөмө 70-тән ашыу беренсе разрядлы спортсы, спорт мастерлығына кандидаттар һәм спорт мастерҙарын тәрбиәләне. Күрһәтмә сығыштарҙан тыш, етәкселәр төрлө спорт программалары әҙерләй — соло, парҙар, трио, төркөм аэродэнс, аэростеп. Репертуарҙа төрлө стилдәге һәм йүнәлештәге 20-ләгән номер иҫәпләнә.

Коллективтың тренерҙары – Римма Имамова һәм Светлана Житкова – спорт һәм художество гимнастикаһы буйынса спорт мастерлығына кандидаттар, Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт отличниктары.

Башҡортостандан «Студент яҙы»нда бөтәһе 45 кеше ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть